Башҡортостан халҡы банктарҙа 341 миллиард ярым һум аҡса һаҡлай.
Ошо турала Республика Милли банкынан белдерәләр. Йыл башы менән сағыштырғанда сумма 1 процентҡа артҡан. Башҡортостанда 69 кредит ойошмаһы, 1 мең 64 банктың бүлексәһе бар. Уларҙың һаны буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында икенсе, Рәсәйҙә алтынсы урында килә. Илдә халыҡ 24 триллион 31 миллиард һум аҡсаһын банк иҫәптәрендә һаҡлауҙы хуп күрә.