Был хеҙмәт төрө сағыштырмаса йәш. Шәфҡәт туташы бары быуат ярым элек барлыҡҡа килгән. Хәҙер иһә уның бурыстары яу яланынан алып тыныс тормошҡа тиклем тарала. Иңдәренә йөкмәтелгән яуаплылыҡ күләме бермә-бер арта. Башҡаланың 8-се клиник дауаханаһы баш шәфҡәт туташы Светлана Елпаева 400-гә яҡын хеҙмәттәше менән етәкселек итә. Аҡ халаттарҙың бөхтәлегенән башлап сирлегә тәғәйен һәр дарыуҙың ваҡытында ҡабул ителеүенә тиклем барыһы өсөн дә шәфҡәт туташы яуап бирә. Эш мәшәҡәтле, талаптар ҡәтғи, яуаплылыҡ юғары. Был һөнәрҙе һайлағандарҙың ошо һынауҙарға ҡаршы тора алмағаны ла осрай. Шәфҡәт туташы һәләте булмыштан, ти Светлана Анатольевна. Медицина хеҙмәт күрһәтмәй, ул һаулыҡ һағында тора. Шуға ла шәфҡәт туташтары үҙ бурысын сир дауалауҙа ғына түгел, ауырыуҙарҙың сырхауҙарын тыңлау, уларҙың күңел торошон хәстәрләүҙә лә күрә. Холоҡтоң был һыҙаттарын уҡыу йортонда ғына үҙләштереп булмай. Шәфҡәт туташы һөнәре серҙәрен иһә ошо мәртәбәле Өфө медицина колледжында үҙләштерергә мөмкин. Дәрестәр бында заман талаптары буйынса өр яңы алымдарҙы файҙаланып ойошторола.Колледжда урта медицина персоналының ете йүнәлеше буйынса һөнәр бирелә. Буласаҡ шәфҡәт туташтары дәрестәрҙә теоретик белем алһа, клиникаға тиклемге ғәмәли үҙәктә электрон тренажерҙарҙа шөғөлләнә. Уҡыу урындарында биш симуляцион класс бар. Уларҙағы күнегеүҙәр буласаҡ белгестәргә ысынбарлыҡтағы хәлде башҡарып ҡарап медицина ярҙамы күрһәтеү белеменең бар нескәлектәрен ғәмәлдә ҡабатлап нығыта. Фантомдар махсус тапшырғыстар менән йыһазландырылған. Улар һәр хәрәкәтең дөрөҫлөгөн билдәләп бара. Ҡыҙыҡ, мауыҡтырғыс һәм тәжрибә өсөн мөһим. Шәфҡәт туташы һөнәрен алырға теләгәндәрҙең һаны күп. Колледж йыл да 250 белгес әҙерләп сығара. Йәштәр медицина ярҙамының һыналған алымдарын да, яңы ысулдарҙы ла дәртләнеп өйрәнә. 150 йыл элек мәрхәмәтлек күрһәтер өсөн ойошторолған шәфҡәт туташтары хеҙмәте изге бурысына әле лә тоғро. Рәхмәттәрҙән дә бигерәк улар сирлеләрҙең булышлығына мохтаж. Сөнки дауалаусы менән дауаланыусы тырышлыҡтарын ҡабатлағанда сирҙе еңер, яраны уңалтыр көс барлыҡҡа килеүе билдәле.
Бөгөн Бөтә донъя шәфҡәт туташтары көнө
Тулыраҡ: Бөгөн Бөтә донъя шәфҡәт туташтары көнө