Американың Флорида штатында Бетун-Кукман университеты студенттары илдең мәғариф министры Бетси Девосты һыҙғырып ҡаршы алған. Дөйөм белем биреү мәктәптәренең бюджетын ҡыҫҡартырға тәҡдим иткәс уны үҙ вәкәләттәрен тулыһынса үтәмәүҙә ғәйепләйҙәр.
Колумбияның Богота ҡалаһында Убер онлайн-сервисына ризаһыҙлыҡ белдереп таксистар хәрәкәтте туҡтатҡан. Акцияла 10 мең водитель ҡатнашҡан. Быға тиклем ил етәкселеге ошондай сарала ҡатнашыусыларҙың водитель таныҡлығын алыу менән ҡурҡытҡайны.
Ҡытай 2020 йылда айға осорға, ә 2050 йылда унда үҙ базаһын төҙөргә ниәтләй. Шуға ла илдә төрлө тәжрибәләр үткәрелә башлаған. 8 кеше бер йыл дауамында 42 квадрат метрлыҡ бүлмәлә йәшәргә тейеш. Ошондай юл менән ғалимдар айҙа йәшәү өсөн кешегә нимә кәрәклеген асыҡларға ниәтләй.
Югославияның коммунистик йәштәр берлеге ағзаһы Франция яҙыусыһы Бернар Анри Левиның битенә торт ырғытҡан. Ҡасандыр Леви Белградты утҡа тотоуҙы хуплағайны. Ул шулай уҡ Украиналағы фетнә ваҡытында майҙанда ла сығыш яһаны.