Һаулыҡ-ҙур байлыҡ

Тулыраҡ: Һаулыҡ-ҙур байлыҡ

Табип трансплантолог һәм донор ағзаһы күсереп ултыртылғандар араһында волейбол буйынса ярыштар ойошторолдо. Бындай ярыш республикала беренсе тапҡыр уҙғарыла. Операцияны уңышлы үткән пациент үҙҙәренең һаулығын һынап ҡараны. Волейбол матчын ойоштороусы Юрий Кандалов өсөн был турнир етди һынау. Ир донор бөйөрө менән йәшәй. Уңышлы операциянан һуң ныҡлап аяҡҡа баҫҡас, Юрий хатта спорт менән дә шөғөлләнә башлаған һәм табиптар менән пациенттар араһында волейбол уйынын үткәрергә ҡарар иткән.Республикала әле йөҙләгән кеше донор органдарына мохтаж. Ярҙам бигерәк тә бөйөр ауырыуҙары менән яфаланғандарға кәрәк. Ҡыҙғанысҡа, улар араһында балалар ҙа бар. Илмир Фәхриев бәләкәйҙән үк спорт менән шөғөлләнә. Әммә бөйөрөнә операция эшләгәс, уға күнекмәләрҙе туҡтатып торорға тура килә.Табип трансплантолог һәм донор ағзаһы күсереп ултыртылғандар араһындағы волейбол ярышы республикала беренсе тапҡыр үткәрелә. Быға тиклем трансплонтологтар һәм пациенттар араһында футбол матчтары ғына ойоштролғаны бар ине. Әйткәндәй, киләһе ярыштар тап футбол буйынса 22 майҙа үткәрелә.