Ғаиләләге тәүге сабыйға 300 мең һум.
Бөгөндән Башҡортостанда ғаиләлә беренсе тыуған бала өсөн биреләсәк 300 мең һумлыҡ түләүҙәрҙе алыу өсөн документтар тапшырыу башлана.
Ҡағыҙҙар тупланмаһын республиканың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса Дәүләт Комитетына тапшырырға кәрәк. Уларҙы ведомствоның йөҙөнсө бүлмәһендә шишәмбе һәм кесаҙна көндәрендә ҡалдырырға мөмкин. Ә шаршамбыла иһә граждандарға ошо һорау буйынса кәңәштәр биреләсәк. Күп функциялы үҙәктәрҙә ҡасан ошондай рәсми ҡағыҙҙар тупланмаһы ҡабул ителәсәге тураһындағы мәғлүмәт һуңғараҡ иғлан ителәсәк.