Түҙемлектең сиге юҡ

Тулыраҡ: Түҙемлектең сиге юҡ

Түҙемлектең сиге юҡ.

Черниковка биҫтәһендәге күп ҡатлы йорттарҙың берһендә капиталь ремонт 2043-сө йылда ғына көтөлә. Был ваҡытҡа тиклем бина емерелеп бөтмәҫме? Ә Өфөнөң ҡайһы бер урамдарындағы күп ҡатлы йорттар капиталь программаһына ингән дә инде. Махсус программаға тиҙрәк эләгер өсөн ни эшләргә? Рәмзиә Әбишина был йортта утыҙ йылдан ашыу йәшәй. Ошо ваҡыт эсендә торлаҡҡа бер тапҡыр ҙа ремонт эшләнмәне, ти ул.

Калинин урамында урынлашҡан йорт 1953-сө йылда төҙөлгән. Бында йәшәүселәр әйтеүенсә, торлаҡ 2011-се йылдан бирле капиталь ремонт эшләү өсөн сиратта тора. Стеналар аша ел өрә, ҡышын иҙәнгә баҫырлыҡ түгел, хатта беренсе ҡатҡа тупраҡ ингән, тип зарлана йәшәүселәр.

Ямғырлы көндәрҙә түбәнән тамсы тамып фатирҙа йыл әйләнәһенә дым еҫе бөтмәй, ти Вячеслав Николайчук.

Билдәле булыуынса, 1953-сө йылда сафҡа индерелгән йортто тулыһынса төҙөкләндереү 2043-сө йылда ғына көтөлә. Тимәк 100 йылға бер тапҡыр ремонт эшләнәсәк. Был ваҡытҡа тиклем бина бөтөнләй емерелеп бөтмәҫме икән, тигән һорау борсой халыҡты.

Калинин урамындағылар һаман сират көтөп интекһә, Өфөнөң Сәғит Агиш урамында йәшәүселәр өйҙәренең төҙөкләнеүен күреп ҡыуана. Бина хатта тышҡы яҡтан да йылытыла.

Йорттарҙы махсус материалдар менән йылытыу, электр энергияһына тотонолған аҡсаны янда ҡалдырырға ярҙам итәсәк, ти төҙөүселәр. Капиталь ремонт программаһына күп ҡатлы 1 мең 203 йорт индерелгән. Төҙөкләндереү эштәрен алып барыу өсөн 45 ойошма һайлап алынған.

Капиталь ремонт эшләүҙәге тотҡарлыҡтарҙы белгестәр фатир хужаларының йортто төҙөкләндереү өсөн тәғәйенләнгән аҡсаны ваҡытында түләмәүендә күрә.

Башҡортостанда быйыл капиталь ремонтҡа халыҡтан йыйылған 2 миллиард 700 миллион һум аҡсаны тотоноу ҡарала. Уҙған йылда план арттырып үтәлгән, быйыл да 1 меңдән ашыу йортто тәртипкә килтереү ҡарала.