Бер ай эсендә генә республика урман хужалығы эшселәре 5 мең гектарҙа меңәрләгән имән, ҡарағай һәм ҡайын ултыртҡан. Был күрһәткес буйынса төбәк ил субъекттары араһында алдынғылар рәтендә. Ошо көндәрҙә ошондай акция Ауырғазы районында үтте. Унда беҙҙең ижади төркөм дә ҡатнашты. Балыҡлыкүл ауылы янында бер нисә йылдан ҡарағай урманы буласаҡ. Бында Урман хужалығы министрлығы вәкилдәре, ойошма-предприятие хеҙмәткәрҙәре һәм студенттар ике йыллыҡ ҡарағай үҫентеләре ултыртты. Ағас үҫтереү еңел түгел. Бының өсөн оҙаҡ йылдар талап ителә. Урман хужалығы эшселәренә урманды һаҡлау һәм тәртиптә тотоу бурысы ла йөкмәтелә. Тармаҡта үҙ эшенә тоғро кешеләр эшләй. Ҡарағай ҡоро ерҙе ярата. Шуға күрә уны тау башында ултырталар. Белгестәр әйтеүенсә, ағас тиҙ арала ергә яраҡлаша һәм үҫеп китә. Бынан тыш, ҡарағайҙы тәрбиәләүе еңел.
Халҡыбыҙҙа ир-егет йорт һалырға, малай тәрбиәләп үҫтерергә һәм ағас ултыртырға тейеш тигән әйтем бар. Был акцияға беҙҙең телерадиокомпания ла ҡушылды.
Йыл һайын Урман хужалығы министрлығы эшселәре 7 мең гектарҙан ашыу майҙанда 30 миллион төрлө үҫенте ултырта. Әммә, уларҙың ҡайһы берҙәре ағас булып үҫеп китә алмай. Сөнки, ҡарауһыҙ йөрөгән мал ашап йә тапап бөтә.
Бөтә Рәсәй урманды тергеҙеү сараһы 19 майҙа уҙғарыла. Ә Башҡортостанда был эш күптән башланды. Май башынан Кушнаренко, Иглин һәм Архангель районындарында төрлө ағас ултырттылар. Был акцияның маҡсаты – урмандарҙы һаҡлап ҡалыу мәсьәләһенә йәмғиәт иғтибарын йәлеп итеү.
Барлығы акцияла ҡатнашыусылар 3 гектарҙан ашыу майҙанда 12 мең ҡарағай ултыртты. Бөтә Рәсәй урманды тергеҙеү акцияһы аҙна аҙағына тиклем дауам итә. Ауырғазы районындағы был майҙанды артабан мәктәп уҡыусылары тәрбиәләйәсәк.