Артистар сәләмәт йәшәү рәүеше яҡлы

Тулыраҡ: Артистар сәләмәт йәшәү рәүеше яҡлы

Улар хәҙер Рәсәй ярыштарына әҙерләнеп, донъя кимәлендәге турнирҙарҙа ҡатнашырға ниәтләй. Өфөлә бөгөн Башҡортостан театрҙары колелктивтары араһында волейбол турниры уҙа. Республика ҡалаларынан килгән артистар командалары иң көслөләрҙе асыҡлай. Салауат Башҡорт драма театры артисы Айһылыу Лоҡманова өсөн был ярыштар әлегә беренсе һынау. Ҡала сәхнәһендә төп ролдәрҙе башҡарған актрисаға театр командаһы волейбол матчында ла төп ролде биргән. Ул либеро, йәғни, тупты ҡабул итеүсе.

Актерҙар араһындағы турнир Башҡортостанда бер-нисә йыл рәттән уҙғарыла. Тамаша залын спорт майҙанына алыштырыуҙың, әлбиттә, ҡыйынлығы юҡ түгел. Театрҙа тамашасылар һинең уйыныңды спектакль бөткәс баһалаһа, бында иһә көйәрмәндәр һәр аҙымыңа баһаһын ҡысҡырып әйтә.

Милли йәштәр театры артистары был ярыш кубогы өсөн төп дәғүәсе. Ижади миҙгелде тамамлап, улар хәҙер спорт миҙгелен башларға ниәтләй. Башҡортостан театрҙары волейбол турниры менән генә ҡыҙыҡһынмай. яҡын арала улар футбол ярыштарында ла иң көслө команданы асыҡларға ниәтләй. Волебйол майҙанына театрҙан килгән артистар өсөн бөгөнгө уйын премьераға иң. Ә бөгөнгө ярыштың еңеүсеһе лә билдәле. Ул дуҫлыҡ.