“Рәсәй” медиа үҙәгендә “Урман янғындары: күҙаллауҙар, саралар, эҙемтәләр” темаһына матбуғат конференцияһы үтте.
Республиканың урман хужалығы министры урынбаҫары Марат Шәрәфетдинов белдереүенсә быйыл төбәктә июль һәм сентябрь айҙарында янғын сығыу хәүефе көслө буласаҡ. Конференцияла ҡатнашыусылар быйылғы яҙҙың да ауыр эҙемтәләр менән үтеүен билдәләне: әлегә урман яныуҙың 24 осрағы теркәлгән.