Урман эсендәге ҡыйлыҡ. Өфө районында йәшәүселәр ирекһеҙҙән законһыҙ сүплеккә ҡаршы үҙ аллы көрәшергә мөжбүр. Ул йылдан-йыл киңәйә, ә түрәләр быға иғтибар итергә ашыҡмай. Ни өсөн тәбиғәт ҡосағына сығыусылар сәскәләр урынына сүп өйөмдәренә юлыға?
Саф һауа, һиллек, таҙа экология һәм тирә-яҡтағы матурлыҡ. Гүзәл Байназарова ғаиләһе менән Яңы Булгаков ауылына күскәс был гүзәл тәбиғәт ҡосағында йәшәйәсәгенә ҡыуанып бөтә алмай. Тик юл аша ятҡан ағаслыҡтың эсенә инеп улар хайран ҡала.
Лампа, кейем-һалым, мебель, төҙөлөш материалдары. Бында йыйылған ҡый өйөмө туристарҙан ғына ҡалмағаны көн кеүек асыҡ. Урында йәшәүселәр билдәләүенсә, сүп-сарҙы йөк автомобилдәрендә алып килеп ауҙаралар.
Урынлдағы хакимиәттә проблеманы таныйҙар, әммә бер ниндәй ҙә сара юҡлығына һылтаналар. Ҡый сығарыу тураһындағы иғландарҙы ла тыйып ҡарайҙар, әммә бының менән генә мәсьәлә хәл ителмәй.
Түләүле сүплектәрҙә лә хәл яҡшынан түгел. Чесноковка ауылында йәшәүселәр был күренеште яҙҙан бирле күҙәтә. Аҡсаһы түләнгән контейнерға түгел уның ситенә һалырлыҡ урын юҡ. Ә шыптырҙары бөтә ауылға осоп ята.
Төҙөлөш ваҡытында сығарып ташланған ҡый-ҡыпыр, ял итеүселәрҙән һуң йылдар буйы йыйылып ҡалған ҡалдыҡтар. Күрәһең был күренеш бер кемде лә борсомай.
Ә яңы Булгаково ауылында йәшәүселәр сүплеккә әйләнгән урманды аҙ ғына булһа ла тәртипкә килтереү маҡсатында үткән ялда өмә ойоштора. СНХ Альбина Иҫәнбаева.
Тик бында йылдар буйына йыйылған ҡыйлыҡты хәҙер өмә ойоштороп ҡул көсө менән генә йыйып бөтөрөрлөк түгел.