Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Берләшкән Миләттәр Ойошмаһының Именлек Советы Пхеньянды баллистик ракетаһын осорған өсөн тәнҡитләгән һәм санкцияларҙы киҫкенләштерергә вәғәҙәләгән. Ә был иҫкәртеүҙәргә Төньяҡ Корея “беҙ үҙебеҙҙең илдең оборонаһын нығытабыҙ ғына” тип яуап ҡайтарған.

Францияла яңы премьер-министр. Ил президенты Эмануэль Макрон был вазифаға Эдуар Филиппты тәғәйенләүе тураһында хәбәр итте. Ул республикандар партияһында тора. 2010 йылда Гавр ҡалаһы башлығы итеп һайланған булған.

101 йәштә донъя рекордын ҡуйыу. Оҙаҡ йәшәү буйынса түгел, парашюттан һикереп. Британияла йәшәүсе Вердан Хайес 4500 метрлыҡ бейеклектән парашют менән һикергән иң өлкән кеше. Өҫтәүенә, ул үҙе менән был спорт төрөнә улын да, ейәнен дә ылыҡтырған.