Өфө ихаталарында законһыҙ кәртәләнгән машина ҡуйыу урындарын һүтә башланылар

Тулыраҡ: Өфө ихаталарында законһыҙ кәртәләнгән машина ҡуйыу урындарын һүтә башланылар

Өфө ихаталарында законһыҙ кәртәләнгән машина ҡуйыу урындарын һүтә башланылар. Ҡайһы бер күп ҡатлы йорттар янында урынлашҡан туҡталкаларға автомобилде ҡуйыр өсөн хатта аҡса түләр кәрәк. Бындай осраҡта нисек булырға? Хәбәрсебеҙ Иҙел Алсынов репортажы.

Тимер аттарҙы хәҙер арҡанлап та ҡуялар. Был законһыҙ, әммә бындай хәлде ҡаланың һәр ихатаһында осратырға мөмкин. Автоһәүҫкәрҙәр машиналарын төнгөлөккә ошондай законһыҙ кәртәләнгән урындарға йоҙаҡлап ҡуя. Тик күп ҡатлы йорттар эргәһендәге ерҙәр айырым бер кешегә генә беркетелеүе мөмкин түгел.

Өфөнөң Совет районы торлаҡ коммуналь хужалығы эшселәре күп ҡатлы йорттар ихаталарында законһыҙ кәртәләнгән машина ҡуйыу урындарын һүтәләр.

Әгәр ҙә күп ҡатлы йортта йәшәүселәрҙең өстән ике өлөшө ихатала машина ҡуйыу өсөн ябыҡ урын эшләргә риза була икән, ул саҡта ғына шлагбаум, йә иһә ҡулайлама ҡуйырға рөхсәт ителә.

Сипайлово биҫтәһенең Гагарин урамы янында урынлашҡан туҡталҡаны бер-нисә йыл элек кемдер үҙ-ирке менән кәртәләгән. Тик ябай халыҡ тимер аттарын унда индереп ҡалдыра алмай. Мәғлүмәттәр буйынса, бер машина урыны 6 мең һум. Беҙ был ... хужаһы менән күрешә алманыҡ. Баш ҡала администрацияһы был хәл буйынса тикшереү эштәре үткәреләсәген белдереҙе.

Миллионлаған кеше йәшәгән ҡала өсөн автомобильде ҡуйыу урындары ҙур мәсьәләгә әйләнде. Һуңғы йылдарҙа мегаполиста машина һаны йөҙләп кенә түгел, ә меңәрләп арта. Тик ҡыҙғанысҡа, уларҙы ҡуйыу урындары бер ҙә артмай.