Яратҡан “Башҡортостан” радиоһы быйыл оло юбилейын- 90 йыллығын ҡаршылай

Тулыраҡ: Яратҡан “Башҡортостан” радиоһы быйыл оло юбилейын- 90 йыллығын ҡаршылай

Яратҡан “Башҡортостан” радиоһы быйыл оло юбилейын- 90 йыллығын ҡаршылай. Күркәм дата алдынан бай тарихлы радионың үҙенсәлекле архивы заманса йыһазландырылған аудиоархивҡа күсте. Яңы архив мөмкинлектәре һәм компанияның унда оҙаҡ йылдар эшләгән ветерандары тураһында беҙҙең киләһе репортаж.

30 йылға яҡын ғүмерен “Башҡортостан” Дәүләт телерадиокомпанияһының үҫешенә бағышлаған фонотекарь, радиотапшырыуҙарҙы һаҡлауға күп көс һалған, һәр яҙма, һәр йыр тураһында барыһын да белгән Рәсимә Сәғәҙәт ҡыҙы Сәғитова бындай күренешкә әҙер түгел ине,әлбиттә. “Башҡортостан” радиоһының инде нисәмә йылдар бер бүлмәнән икенсеһенә күсеп йөрөгән “алтын фонды” өсөн хәҙер бөтә талаптарға ла яуап биргән архив бүлмәһе булдырылыуы һәм ул яҙмалар цифралы форматҡа күсерелеүен ишеткәс, тыныслана биреп ҡуйҙы. Фондта ҡабатланмаҫ тапшырыуҙар менән бер рәттән легендар тауыштар ҙа һаҡлана. Таҫмаларҙа – ил тарихы һәм оло хеҙмәт емеше.

“Башҡортостан” радиоһының 90 йыллығы алдынан һәр осрашыу ҡәҙерле. Ветерандар күңелдәре елкенеп килеп етеүгә, хеҙмәттәштәре һағынып көтөп тә тора.

Күптән компьютерлаштырылған радио хеҙмәтенең тормошо хәҙер бөтөнләй башҡа. Ә ул ваҡытта береһенән-береһе ҙур аппараттар менән эш итәләр.

“Башҡортостан” радиоһының тауыш режиссеры Люциә Тимербаева ташларға рөхсәт итмәй, һаҡлап алып ҡалған магнитофон ярҙамында хәҙер 1950 йылдағы яҙмаларҙы тыңларға ла мөмкин. Ул Рәсимә Сәғитованың күңеленә иң яҡын ҡомартҡыларҙың береһе.

Фонотекарҙар үҙенең эшенә яуаплы ҡараған хеҙмәткәрҙәр булып һаналған. Улар архив бүлмәһендәге таҫмаларҙың торошо өсөн яуап биреп кенә ҡалмаған, ә тауыш операторҙарының ярҙамсыһы булып та торған. Тапшырыу барышында төрлө хәлдәр булған, шулай бит, Рәсимә апай. Мәҫәлән, Рәсимә Сәғит ҡыҙына өҙөлгән таҫманы тапшырыу барған бер сәғәт дауамында һауып торорға ла тура килгән.

Ул осор радио хеҙмәткәрҙәре тәжрибәһендә таҫма һауыу йыш күренештәрҙең береһе. Сибәлмәһен, һуҙылмаһын, өҙөлмәһен өсөн барыһы ла. Тик ветерандарҙың һаҡсыллығы, тырышлығы арҡаһында “Башҡортостан” Дәүләт телерадиокомпанияһының архивында тарихи һәм ҡәҙерле яҙмалар һаҡлана.