Тарихты шәхестәр булдыра

Тулыраҡ: Тарихты шәхестәр булдыра

Тарихты шәхестәр булдыра. Ишембай нефть ятҡылыҡтары асылыуға 85 йыл тулыу айҡанлы нефть вышкаһы янында ветерандарҙы ҡотлау тантанаһы үтте. Был хаҡта киләһе репортажда.\

Башҡортостанды “Икенсе Баҡы” тип атауҙың тарихы тап ошо урынға бәйле. 1932 йылда Ишембай ауылы эргәһендә нефть фонтаны урғылып сыға. Урындағы халыҡ бында ҡара алтын ятҡылы барлығын электән үк белгән. Арба, тәгәрмәс майлау өсөн ошондағы мазутты ла ҡулланған. Башҡортостан нефте юл алған урын хәҙер вышкала тора. Урындағы халыҡ уны “Әбей” вышкаһы тип йөрөтә.

Ишембай ҡалаһының тарихы “ҡара алтын”ға бәйле икәнлеге һәммәбеҙгә лә мәғлүм – Башҡортостандағы иң беренсе нефть тап ошонда табыла. 1932 йылда нефтселәр 4 мең ярым тонна “ҡара алтын” сығара алһа, 1967 йылда ул 47 миллион 851 мең тоннаға еткән. Артабан, байтаҡ йылдар нефть күләме 40–45 миллион тонна кимәлендә торғандан һуң, егерменсе быуат аҙағына ул 11–12 миллион тонна күләмендә сығарыла.

Башҡортостан нефтенә быйыл 85 йыл. Ғүмер буйы ауыр эштә көнө-төнө ҡара тиргә батып нефть сығарыуҙарын ветерандар бөгөн дә яҡшы хәтерләй. 85 һаны улар өсөн ҙур ваҡиға.

Тәүге нефть ятҡылығында яңы нефть скважинаһын асыу тантанаһы үтте. Ветерандар нефтең мәңге йәшәһен тигән теләк менән һауаға күгәрсендәр осорҙо. Улар шулай уҡ киләсәк быуынға ваҡыт капсулаһына нефтең тарихын яҙып ергә күмде. 15 йылдан һуң нефтселәр ошо урында йыйылып ваҡыт капсулаһын асасаҡ. Ғөмүмән, Башҡортостан нефте тарихы сәхифәләрен юллай китһәң, ундағы батырҙарҙың күп булыуы хайран ҡалдырһа, бөгөн дә фиҙаҡәрлектең көндәлек хеҙмәт рәүешен алыуы йәнә һоҡландыра. Яңы технологиялар ярҙамында ҡара алтын сығарыу Башҡортостан нефтенә яңы һулыш бирә.

Быуаттар үтеп, мең бәләләргә тарып, батырлыҡты ла, бахырлыҡты ла күреп, Башҡортостан нефте үҙенең үҫешен йылдан-йыл иҫбат итә. Ҡасандыр нефть вышкаларын булдырып, етештереүҙе яйға һалған, ауыр йылдарҙа станоктар янында торған ветерандарҙы урап үтеү мөмкин түгел.