Ғаиләлә тыуған беренсе бала өсөн биреләсәк 300 мең һумлыҡ түләүҙәргә документтар тапшырыу башланды

Тулыраҡ: Ғаиләлә тыуған беренсе бала өсөн биреләсәк 300 мең һумлыҡ түләүҙәргә документтар тапшырыу башланды

Мартта Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов демография хәлен яҡшыртыу өсөн өҫтәмә саралар, йәш ғаиләләргә ярҙам итеү һәм төбәктә тыуымды яҡшыртыу тураһындағы Указға ҡул ҡуйғайны. Уға ярашлы был аҙнала ғаиләлә тыуған беренсе бала өсөн биреләсәк 300 мең һумлыҡ түләүҙәргә документтар тапшырыу башланды. Субцидияларға кем дәғүә итә ала һәм уны алыр өсөн ниндәй документтар кәрәк. Ошо хаҡта Закир Шәрипов әҙерләгән репортажды ҡарағыҙ.

Гөлназ һәм Айҙар Сыңғыҙовтар Ҡырмыҫҡалы районы Мөкәй ауылынан килгән. Йәш ғаилә бер нисә йыл Өфөлә фатирҙы ҡуртымға алып йәшәгәндән һуң ауылға күсеп китергә ҡарар иткән. Хәҙер, йәштәр йорт һалып ята. Яңыраҡ беренсе сабыйҙары тыуған.

Әммә, Сыңғыҙовтарҙың торлаҡты тулыһынса сафҡа индереү һәм тирә-яғын тәртипкә килтереү өсөн аҡсалары етмәй. Улар республика башлығының беренсе тыуған бала өсөн биреләсәк 300 мең һумлыҡ субцидияға өмөт итә.

Документтарҙы Төҙөлөш һәм архитектура буйынса Дәүләт Комитетына шишәмбе һәм кесаҙна тапшырырға мөмкин. Ә шаршамбыла иһә граждандарға ошо һорау буйынса кәңәштәр бирелә.

Указға ярашлы, 300 мең һумлыҡ түләүгә 35 йәштәре тулмаған, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж тип танылған тулы ғаиләләр дәғүә итә ала. Ир һәм ҡатындың 2017-се йылдың 1-се ғинуарынан 2018-се йылдың 31-се декабренә тиклем беренсе сабыйы тыуыуы ла шарт. Ниндәй документтар кәрәклеге тураһында тулыраҡ ведомствоның рәсми сайтында танышырға мөмкин. Әйткәндәй, бындай проекттар илебеҙҙең башҡа субъекттарында тормошҡа ашырылмай.

Документтарҙы әле Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетына ғына тапшырырға мөмкин. Ике аҙнанан күп функциялы үҙәктәр ҙә кәрәкле ҡағыҙҙар тупланмаһын ҡабул итә башлаясаҡ. Йәғни, район-ҡалаларҙа йәшәүселәргә июндән Өфөгә килеп йөрөргә кәрәкмәйәсәк. Шуныһы ла мөһим, субцидия алған ғаиләләр сумма менән ярты йыл эсендә файҙаланып ҡалырға тейеш.

Йәш ғаиләләрҙән ҡабул ителгән документтар 30 көн тикшерелә. Һуңынан 3 ай дауамында исемлек билдәләнә. Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетынан белдереүҙәренсә, быйыл ғына 600 ғаиләгә субцидия биреү планлаштырыла. Ә дөйөм алғанда программа үтәлеше барышында, 2 мең йәш ғаиләнең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу ҡарала.