Спорттың хәрби алыш төрөн үҙ иткән йәш спортсылар Өфөгә йыйылды

Тулыраҡ: Спорттың хәрби алыш төрөн үҙ иткән йәш спортсылар Өфөгә йыйылды

Спорттың хәрби алыш төрөн үҙ иткән йәш спортсылар Өфөгә йыйылды. Башҡортостанда, Бөйөк Еңеүҙең 72 йыллығына арналған турнир асылды.

Волга буйы федераль округы беренселегенә уҙғарылған ярышҡа Киров, Түбәнге Новгород, Ырымбур, Пенза, Һамар, Һарытау, һәм Ульяновск өлкәләренән, шулай уҡ Башҡортостан, Удмурт, Мордва, Сыуаш республикалары һәм Пермь крайынан ике мең ярым йәш спортсы килде. Сара илдең спорт министрлығы, Рәсәйҙең хәрби алыш берлеге, Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы ярҙамында ойошторолдо.