Ғинуар айында Өфө-Яңауыл юлында ҡот осҡос аварияла Әминә исемле ҡыҙ ауыр тән йәрәхәттәре алғайны

Тулыраҡ: Ғинуар айында Өфө-Яңауыл юлында ҡот осҡос аварияла Әминә исемле ҡыҙ ауыр тән йәрәхәттәре алғайны

Ғинуар айында Өфө-Яңауыл юлында ҡот осҡос аварияла Әминә исемле ҡыҙ ауыр тән йәрәхәттәре алғайны. Март айында беҙҙең телеканал ошо турала видеосюжет төшөрөп күрһәткәндән һуң, изге йәнле кешеләр фажиғәлә ата-әсәһен юғалтҡан ҡыҙға ярҙам ҡулы һуҙҙы. Хәйриә аҡсаһына Әминә реабилитация үтә башланы.

Ете йәшлек Әминә яңынан арҡаһын тоторға, ултырырға өйрәнә. Ҡыҙға һәр хәрәкәт ауыр бирелһә лә, ике аҙна күнекмәләрҙең тәүге ыңғай һөҙөмтәләре бар.

Әминә гимнастиканан һуң, физиотерапия кабинетына юллана. Төҫтәр менән дауаланыу физик һәм психологик яҡтан да файҙалы.

Бала башы менән Әминә ауыртыу-һыҙланыуҙарҙы күп кисергән. Быйыл, ғинаурҙа Өфө-Яңауыл юлында булған ҡот осҡос аварияла ул ата-әсәһен юғалта. Иң ҡәҙерле кешеләре уның күҙ алдында йән бирә. Өҫтәүенә, үҙе һәм 5 йәшлек һеңлеһе ауыр йәрәхәттәр ала. Ә иң ҡурҡынысы – Әминәнең умыртҡа һөйәге имгәнгән – ҡыҙ атлай алмай.

Март айында беҙҙең телеканал был ҡыҙҙар тураһында видеосюжет төшөрөп күрһәткәндән һуң, мәрхәмәтле кешеләр уларға ярҙам итергә теләк белдергән. Етем ҡыҙ менән көнөн дә, төнөн дә шөғөлләнгән патронаж туташын яллау, абилитация үҙәгендәге дауаланыу һәм Өфөлә йәшәү хәйриә аҡсаһына иҫәбенә финанслана.

Табиптар әйтеүенсә, ҡыҙҙың хәле көндән-көн яҡшыра. Өҫтәүенә, оҙаҡламай Әминәнең тыуған көнө. Һәм уның теләге бер.

Кескәй генә ҡыҙ ошо теләген бойомға ашырыу өсөн бөтә булған физик һәм ихтыяр көсөн һала. Тик ул тағы ла мәрхәмәтле кешеләрҙең ярҙамына мохтаж. Сөнки әлегә Әминәнең бер айлыҡ дауаланыу курсы ғына түләнгән. Ә ҡыҙға нығынып, артабан да һөҙөмтәләрҙе яҡшыртыу өсөн күп ваҡыт һәм даими өҙлөкһөҙ дауаланыу кәрәк.