Башҡортостандың Юғары суды алимент буйынса 4 миллион һумға яҡын бурысы булған ирҙе яҡлап сыҡты

Тулыраҡ: Башҡортостандың Юғары суды алимент буйынса 4 миллион һумға яҡын бурысы булған ирҙе яҡлап сыҡты

Башҡортостандың Юғары суды алимент буйынса 4 миллион һумға яҡын бурысы булған ирҙе яҡлап сыҡты. Өфөлә йәшәүсе үҙенең 13 йәшлек балаһына 7 йыл буйына ярҙам итмәгән. Элекке ҡатыны ирҙе судҡа бирә һәм еңеп сыға. Әммә юғары инстанцияла ҡарар менән килешмәйҙәр һәм ҡабаттан тикшереүгә ебәрәләр. Ҡатмарлы ғаилә ыҙғышында дөрөҫлөктө хәбәрсебеҙ Ғәзиз Лоҡманов табырға тырышты.

Игорь Хлюпин үҙенең бәлиғ булмаған балаһына 4 миллион һумға яҡын бурысы булыуы хаҡында суд ҡарарынан белеп ҡала. 7 йыл буйына алимент түләүҙән ҡасып йөрөүен ул баланың үҙенеке булыуында шикләнеүе менән аңлата. Элекке ҡатынынан ДНК анализ эшләтеүҙе һорай, әммә ҡаршы яуап ишетә.

Төшкә лә инеп сыҡмаған сумманы күреп ир кеше аптырашта ҡала, хатта Рәсәйҙән ҡасырға тигән уй ҙа инеп сыға башына. Суд ҡарары менән килешмәйенсә ир аппеляцияға бирә, Октябрь районы суды уны үҙгәрешһеҙ ҡалдыра.

Алимент буйынса төп бурыс 611 мең һум йыйылған була. Ҡалған сумма йәнәһе уны ваҡытында түләмәгән өсөн тупланған ти алиментсының адвокаты. Был иҫәптәрҙе ҡатыны үҙе сығарған, ә суд уны тикшермәгән тигән фекерҙә юрист.

Бындай сумма йыйылһын өсөн кәм тигәндә лә йөҙәр мең һум эш хаҡы булыуы шарт тигән фекерҙә юристар. Ғүмер буйы водитель булып эшләгән ир әлеге ваҡытта республикала алимент буйынса иң ҙур бурыс эйәһе.

Суд аҙаҡҡы һүҙен әйткәнсегә тиклем алиентынтсыға тыныс йоҡларға була, унан инде эш приставтарға тапшырыла, ә башҡарыусыларҙың бурысын ваҡытында ҡайтармаусылар менән эш алымдары ҡәтғи.

Игорь Хлюпин тәүге балаһына килеп сыҡҡан бурыстары менән баш ватҡансы, уның икенсе ҡатыны балаһы менән ташлап китә һәм кесе улына алиментҡа бирә.

Ир ғәҙеллек еңеренә ышана. Июнь айында бәхәс буйынса сираттағы ултырыш үтәсәк.