Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
  • Американың бер юлы биш штатына торнадо ябырылған. Висконсин штатындағы көслө дауыл һөҙөмтәһендә бер кешенең ғүмере өҙөлгән, 25-е төрлө йәрәхәттәр алған. Оклахома тигән штатта ла ҡорбандар бар. Унда ғәрәсәт тотош ҡасабаны юҡ иткән.
  • Мәскәүҙең Спартак футбол командаһы 16 йылға беренсе тапҡыр Рәсәй чемпионы булды. Был шатлыҡҡа түҙә алмайынса, меңәрләгән көйәрмән ҡапҡаларҙы емереп, футбол майҙанына сыҡҡан. Ошо ғауға арҡаһында бүләкләү тантанаһын уйын тамамланғас, бер сәғәттән һуң ғына башлай алғандар.
  • Дүрт йәшлек баһадир малай Иркутскиҙа йәшәй. Женя Кузьменко үҙенең ҡалаһында Еңеү көнөнә бағышланған спорт акцияһында ҡатнашып, 4 килограммлыҡ герҙе 117 тапҡыр күтәрә. Бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан ошо батырҙарса һөҙөмтә күрһәткәндән һуң, Женя киң танылыу яулай.