Ишембай районы халҡы көнөн үҙ көстәре менән юл төҙөкләндереү эше менән үткәрә

Тулыраҡ: Ишембай районы халҡы көнөн үҙ көстәре менән юл төҙөкләндереү эше менән үткәрә

Берҙәмлектә – көс. Рәсәйҙең ҙур бәләһе булып юл мәсьәләһе тора. Ишембай районы халҡы көнөн үҙ көстәре менән юл төҙөкләндереү эше менән үткәрә.

Народная урамы халҡының берҙәмлеге башҡаларға үрнәк. Быйыл урамда юл булмау сәбәпле халыҡ бергә йыйылыш үткәреп, үҙ көстәре менән уны төҙөклөндерергә һөйләшә. Ошо урамда йәшәгән Виталий – юл һалыу буйынса белгес. Тап ул көн һайын юлды нисек ремонтларға , уның майҙаны ниндәй булырға тейеш икәнлеген күрһәтеп, өйрәтеп йөрөй. Халыҡ юл һалыу теләген белдергәс тә, район хаҡимиәте лә был ниәтте хуплай.

Һәр өйҙән мең ярым һум аҡса йыйыла. Бер кеше лә бындай эшкә ҡаршы килмәй. Көндөҙ ололар, ә кискеһен йәштәр эштән арып ҡайтыуҙарына ҡарамаҫтан, өмәгә сыға.

Һәр эште еренә еткереп эшләргә кәрәк, ти улар. Ауыл халҡы юлды тигеҙләп кенә түгел, уның алдағы торошона ла ҙур иғтибар бүлә. Яҙ һайын ҡар иреп юлға һыу сыҡҡанға күрә, улар торбанан һыу үткәргестәр ҙә һала.

Рәсәйҙең ҙур бәләһе булып юл мәсьәләһе тора. Ишембай районы халҡы уны хәл итергә үҙҙәре бар көстәрен һалған.

Халыҡ йыйылышта бер километр юлды ремонтларға һөйләшкән. Әле ике көн эсендә 400 метр юлға таш һалынған. Ошо аҙна аҙағында ул тулыһынса әҙер буласаҡ, ти улар.

Эшкә теләк булһа, беләк сыҙар, ти ауыл халҡы. Быйыл юлға таш һалынһа, икенсе йыл уны асфальтҡа әйләндереү теләге менән йәшәй улар.