Беҙҙең телерадиокомпания республикала киң мәғлүмәт саралары рейтингында һылтанмалар һаны буйынса тәүгеләр рәтендә. Ә телевидениелар араһында беренсе баҫҡыста. Бындай мәғлүмәтте “Медиалогия” агентлығы баҫтырып сыҡты. Рейтинг 2017 йылдың тәүге кварталында медиаресурстарға мөрәжәғәт итеү һанына ҡарап билдәләнгән. Телевидение һәм радио өсөн был уникаль күренеш,быға тиклем күберәк интернет ресурстар алдынғылыҡты биләй ине. Юғары күрһәткестәргә өлгәшеүгә интернетта телерадиокомпанияның үҙ сайты булыуы ла этәргес бирә. ГТРК нөктә ТВ сайты башҡорт һәм рус телдәрендә лә алып барыла, унда республикалағы иң мөһим хәл-ваҡиғалар менән танышырға мөмкин. Бынан тыш беҙҙең материалдар менән барлыҡ социаль селтәрҙәрҙә танышырға һәм мессенджерҙар аша күҙәтеп барырға мөмкин.
Беҙ – беренсе!
Тулыраҡ: Беҙ – беренсе!