“Һәр ваҡыт әҙер!”

Тулыраҡ: “Һәр ваҡыт әҙер!”

Бөгөн Пионерҙар көнө. Быйыл РСФСР-ҙа пионер хәрәкәтенең барлыҡҡа килеүенә 95 йыл. 1922 йылда йәштәрҙең коммунистар берлеге конференцияһы компартия ҡушыуы буйынса илдә тәүге пионер отрядтарын төҙөү тураһында ҡарар ҡабул итә. Пионерҙар хәрәкәте балаларҙы берләштереүсе көс булараҡ бөтә тарафтарҙа киң тарала. Тик Советтар Союзы тарҡалғас, пионерҙар ойошмаһы юҡҡа сыҡҡайны. Йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү, өлкәндәргә ихтирам, хеҙмәткә һөйөү, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш булдырыу маҡсатында күп урындарҙа ул ҡайтанан тергеҙелде. Республикала «Башҡортостан пионерҙары» балалар йәмәғәт ойошмаһы 20 йылдан ашыу эшләй. Бөгөн унда яҡынса 200 мең кеше иҫәпләнә. Уларҙың һаны әле лә тулылана. Өфө ҡалаһының Дим районында бөгөн йөҙләгән малай һәм ҡыҙҙар пионерға алынды.