Уҡытыусы булыр өсөн ниндәй сифаттар кәрәк, мәктәптә кем мөһимерәк һәм Берҙәм Дәүләт Имтиханы ҡасан бөтөрөлөр? Республика мәктәптәре уҡыусылары ошондай асыҡ һорауҙарҙы мәғариф министрына туранан-тура бирҙе. Был үҙенсәлекле матбуғат конференцияһы ике яҡтың да ҡыҙыу иғтибарын уятты. Әлегә берҙәм дәүләт имтиханын алмаштырыр һынауҙың камилыраҡ төрө уйлап табылмаған, шуға ла киләһе йылдарҙа ла белем алып мәктәп тамамлауҙы ошо имтихан йомғаҡлаясаҡ. Үҙгәрештәрҙең иһә йәнә биш йылдан индерелеүе ихтимал — 2022 йылда мотлаҡ фән булараҡ сит ил теленең раҫланыуы көтөлә. Уҡыусыларҙы дәрестәрҙә контроль эш һанынан башлап буласаҡ һөнәр һайлауға тиклем бар мәсьәләләр етди борсой. Шул уҡ ваҡытты улар йәмәғәт тормошонан да ситтә ҡалмауын күрһәтте. Башҡала мәктәптәренең береһендә Экология йылы уңайынан иғлан ителгән “Йәшел тулҡын” акцияһы сиктәрендә балалар мәктәп тамамлаусылар өсөн ихатала ағас ултыртыу йолаһын тәҡдим итте. Гөлназ Шафиҡова был башланғысты хуплап, ул: “Уҡытыусы һәм мәктәпкә матди бүләктәр яһауҙы тәбиғәтте байытыр бүләккә алмаштырыу мәслихәт эш”, — тип белдерҙе.
Һорау – яуап
Тулыраҡ: Һорау – яуап