Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Балалар миграцияһы рекордтарҙы ҡуя. Өлкәндәрһеҙ Бәлиғ булмаған балаларҙың илдән-илгә күсеүе һуңғы биш йылда биш тапҡырға артҡан. 2010-2011 йылдарҙа 80 илдә 66 мең ҡасаҡ теркәлһә, аҙаҡы ике йылда уларҙың һаны 300 меңгә еткән.

Нью-Йоркта юғары тиҙлектә китеп барған автомобиль йәйәүлеләр өҫтөнә килеп менгән. Һөҙөмтәлә 18 йәшлек ҡыҙҙың ғүмере өҙөлгән. Тағы ла 22 кеше төрлө йәрәхәттәр алған. Уларҙың дүртеһе ауыр хәлдә. Руль артында 26 йәшлек ир, Америка Ҡушма штаттарының хәрби-диңгеҙ көстәре хеҙмәткре булып сыға. Водитель быға тиклем дә иҫрҫек килеш автомобиль йөрөтөүе өсөн ҡулға алынған булған.

Ҡырағай тәбиғәттә тәүге аҙымдар. Алыҫ Көнсығышта амур юлбарыҫын иреккә ебәргәндәр. 2016 йылда ул аҙыҡ эҙләп, хәлһеҙләнеп, Владивостокка килеп еткәйне. Уны тотоп, ярты йыл буйына реабилитация үҙәгендә тәрбиәләнеләр. Белгестәр уға Владик тигән ҡушамат таҡҡан. Хәҙер инде юлбарыҫ үҙ аллы йәшәүгә көс йыйған.