Башҡортостандың иң яҡшы механизаторы ҡайҙа йәшәй?

Тулыраҡ: Башҡортостандың иң яҡшы механизаторы ҡайҙа йәшәй?

Ауырғазы районында Республика кимәлендә үткән һөнәри оҫталыҡ бәйгеһендә 50 механизатор ошо абруйлы исем өсөн көрәште. Ир егеткә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, ти халыҡ мәҡәле. Бәйгелә ҡатнашыусы Гөлиә ... әйтем көслө затҡа ғына ҡағылмағанын һүҙҙә түгел эштә иҫбатларға әҙер. Ҡатнашыусылар араһында ул берҙән-бер гүзәл зат. Олимпиада ике бүлектән тора. Тәүҙә ҡатнашыусылар компьютерҙарҙа теоретик белемдәрен күрһәтте. Һуңынан иһә практик күнекмәләргә күсте. Кемдер трактодромда фигуралы йөрөтөү буйынса практик күнекмәләр үтәһә, икенселәре баҫыуҙа ер һөрҙө. Ауырғазы күп профилле колледж директоры әйтеүенсә, йәш һабансылар йылдан-йыл тик яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Ярыштың төп маҡсаты – механизатор һөнәренең абруйын күтәреү. Бында буласаҡ механизаторҙар ер эшкәртеү алымдарын да камиллаштыра, ауыл хужалығында заманса технологиялар менән яҡындан таныша. Сифат һәм тиҙлек. Йәш трактористар араһындағы республика конкурсы ошо ҡағиҙәләрҙән тора. Бураҙналарҙың тәрәнлеге һәм тигеҙлеге. Баҫыуҙа трактор менән дөрөҫ идара итеү. Йәш механизаторҙар ошоларҙы барыһын да белергә тейеш. Бәйгегә барлығы республиканың төрлө райондарынан 50-гә яҡын йәш механизаторҙар йыйылды. Әле дауам иткән ярышта еңеүселеләре Ер һөрөү буйынса 6-сы асыҡ Рәсәй беренселегендә Башҡортостан данын яҡлау хоҡуғын аласаҡ.