Башҡортостанда һабантуйҙар байрамы графигы билдәләнде

Тулыраҡ: Башҡортостанда һабантуйҙар байрамы графигы билдәләнде

Хеҙмәт алдынғыларын тәбрикләү һәм яҙғы баҫыу эштәрен тамамлауға арналған тантаналы саралар июндең өсөндә башлана. Быйыл, беренсе һабантуйҙар Күгәрсен, Бишбүләк, Архангел, Әлшәй райондарында уҙа. Ә июндең икенсе шәмбеһендә иһә был байрам егерменән ашыу төбәктә ойоштороласаҡ. Әле Башҡортостан хужалыҡтары яҙғы баҫыу эштәрен тамамлауға бара. Арыш-бойҙай баҫыуҙарының алтмыш өс процентында эштәр теүәлләнгән. Егерме өс районда борсаҡ майҙандарынан техника сығарылған. Ун райондан һоло сәсеүҙе йомғаҡлау тураһында рәсми мәғлүмәттәр бар. Быйыл республикала сәсеү майҙандары ла артты. Фермерлыҡ йәмғиәттәре һөрөнтө ерҙәрҙе кәм тигәндә лә йөҙ мең гектарға киңәйткән. Һабантуйҙар мәлендә иһә иң яҡшы эшләгән хужалыҡтарға, алдынғы һауынсылар, малсыларға, механизаторҙарға бүләктәр тапшырыла. Ауыл халҡы, хеҙмәтсәндәрҙе Башҡортостан етәкселеге лә шәхсән тәбрикләйәсәк.