Юл-транспорт ваҡиғаһы кисә төндә Октябрский – Иманғол юлында теркәлә. Ниссан Скайлайн автомобиле менән Лада Калина ҡапма-ҡаршы бәрелешә. Һөҙөмтәлә рәсәй автомобилендәге 3 пассажир һәм водителдәрҙең икеһе лә һәләк була. Сит ил автомобилендәге 2 пассажир ғүмере өсөн әле табиптар көрәшә. Ваҡиға сәбәптәрен асыҡлау дауам итә, ҡайһы бер фараздар буйынса авария тиҙлек арттырыу арҡаһында сыҡҡан булыуы ихтимал.
Туймазы районында ҡот осҡос аварияла 5 кеше һәләк булды
Тулыраҡ: Туймазы районында ҡот осҡос аварияла 5 кеше һәләк булды