Юрматы ырыуы ҡор йыйҙы

Тулыраҡ: Юрматы ырыуы ҡор йыйҙы

Юрматы ырыуы ҡор йыйҙы. Торатау итәгендә үткән йыйын Юрматыларҙың һәм башҡорт халҡының борсоған мәсьәләләрен уртаға һалып һөйләшеү, уларҙы хәл итеү юлдарын билдәләргә ярҙам итте. Хәбәрсебеҙ Иҙел Алсынов репортажы.

Юрматы ырыуын борсоған мәсьәләләр, тотош бөтә милләт өсөн дә әһәмиәтле. Иғтибар үҙәгендә милләт һәм мәҙәниәт, телде һаҡлап ҡалыу һәм уны үҫтереү. Йыйындың тәүге өлөшө Ишембай ҡала мәҙәниәт һарайында үтте. Пленар ултырышта, Юрматы ырыуы һәм ғөмүмән башҡорт халҡына ҡағылған мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса һорауҙар күтәрелде. Юрматы быуаттар дауамында иң көслө һәм үҙенсәлекле ҡәбиләләрҙең береһе. Арҙаҡлы шәхестәрҙең йыйылыуы, ҡуйған маҡсаттарҙы барлау быға асыҡ дәлил.

Юрматы ырыуының беренсе йыйыны 1992 йылда Торатау итәгендә ойошторола. Быйыл ул 9-сы тапҡыр уҙғарыла. Байрамға Юрматылар күпләп йәшәгән район һәм ҡалалар вәкилдәренән тыш, республикабыҙҙың башҡа төбәктәренән һәм сит илдәрҙән дә ҡатнашырға теләк белдереүселәр бихисап булды.

Эстәлекле, фәһемле сығыштарҙан һуң, йыйындың резолюцияһы ҡабул ителде. Артабан сара Торатау итәгендә дауам итте. Юрматы ырыуының һәм айырым ғаиләләрҙең шәжәрәләре менән таныштырыу, китаптар, халыҡ кәсептәре, ҡул эштәре күргәҙмәләре ойошторолдо.

Торатау буйындағы байрам программаһына мәҙәни бүлек, тирмәләр күргәҙмәһе, 1812 йылғы Ватан һуғышы геройы Ҡаһым Мырҙашев исеменә – милли көрәш, Юрматы ере батыры, Килмәк абыҙ Нөрөшев кубогына традицион йәйәнән уҡ атыу буйынса “Мәргән уҡсы” турниры ойошторолдо. Унда килгән һәр ҡунаҡ ҡәнәғәт ҡалды.

Йыйында ҡуйылған маҡсаттарыҙы барлау — киләсәк быуынға, башҡорт халҡына һәм ғөмүмән республика ла йәшәгән ҡалған халыҡтар өсөндә ҙур роль уйнай.