Кисә Өфөлә яуған көслө ямғыр ҡала коммуникациялары өсөн етди һынау булды

Тулыраҡ: Кисә Өфөлә яуған көслө ямғыр ҡала коммуникациялары өсөн етди һынау булды

Кисә Өфөлә яуған көслө ямғыр ҡала коммуникациялары өсөн етди һынау булды. Күп урамдар һыу аҫтында ҡалды, автомобилдәр хәрәкәте сикләнде.

Черниковкалағы Интернациональная һәм Александр Невский урамдарында ҙур күләүек арҡаһында тығындар барлыҡҡа килгән. Ә Мөбәрәков урамында көслө ел арҡаһында бер нисә ағас ҡолаған, Колгуевскийҙа ямғыр һыуы асфальтты йыуып йырын барлыҡҡа килгән. Ошондай уҡ хәл М5 трассаһының Жилино-Зинино үткәүелендә лә була, һыу йыуып юлдың сите ишелә. Ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә, әле ҡойма ямғыр эҙемтәләре бөтөрөлгән.