Быйыл мәктәп тамамлаған 5 мең уҡыусы яҙғы бал тантанаһында ҡатнашты. Сығарылыш кластары аллеяһы башҡаланың Совет майҙанында урын алды.
Байрамда ҡатнашыусы меңәрләгән үҫмер ҡулға-ҡул тотоноп алға атлай. Бейеү рәттәре башҡаланың Ленин һәи Пушкин урамдарынан бер юлы үтә. Полонезды уҡыусылар аҙна буйы өйрәнгән.
Сығарылыш балында алтынсы йыл рәттән хореограф Альбина Сәләймәнова етәкселек итә. Биш мең тирәһе кеше тере музыкаға һәм уның командаларына буйһона.
Сығарылыш класс уҡыусылары хис-тойғоларын йәшерә алмай. Бейеү байрамы улар өсөн матурлыҡ имтиханына әйләнде. Ата-әсә иһә үҫеп еткән балаларына бер тулҡынланып, бер һоҡланып ҡарай. Кемдер бергә бейергә үк төшә. Байрамда бейеү хәрәкәттәрен теләгән һәр кем үҙләштерә алды. Ошонда уҡ ете майҙансыҡта оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо.
Мәктәп тамамлаусыларҙың яҙғы балы полонез һәм вальс менән генә сикләнмәне. Егеттәр һәм ҡыҙҙар бейеүҙәр төрөн дәртле рок-н-ролл һәм флэш-данс менән тулыландырҙы.
Сығарылыш класс аллеяһын барыһы ла ҡыҙыҡһынып ҡарай. Мәктәп тамамлаған уҡыусылар бында буласаҡ һөнәре тураһында һөйләй. Һөнәрҙәр исемлеге иһә йылдан-йыл киңәйә бара. Быйыл унда утын ҡырҡыусы, фрилансер һәм дегустатор кеүек яңы атамалар барлыҡҡа килгән.