Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Меңәрләгән венгр демонстрацияға сыҡҡан. Улар илдең премьер-министры Виктор Орбандың сәйәсәтенә ризаһыҙлыҡ белдерә. Тәү сиратта йыйылғандарҙы мәғарифҡа ҡағылышлы үҙгәртеүҙәр борсой. Сөнки хөкүмәт Үҙәк-Евпропа университетын ябырға йыйына.

Японияның императоры тәхеттән баш тартырға йыйына. Уның был ҡарарын министрҙар кабинеты ла хуплап, яңы закон сығарған. Бындай хәл ике быуат элек, 1817 йылда булған. Акихито императоры һаулығының насар булыуы сәбәпле, тәхетте улына тапшырырға йыйына. Үҙенең 83 йәшенә ул йөрәгенә операция эшләткән, һәм яман шеш менән ауырыған. Фаразлауҙарса, император 2018 йылдың аҙағында, 85 йәшендә тәхеттән баш тартасаҡ.

Италияла 16 йәшкә тиклем балаларға прививкаларҙы эшләтеү мотлаҡ буласаҡ. Илдә йыл һайын привиканан баш тартыусы ата-әсә күбәйеүен иҫәпкә алып, ил хөкүмәте шундай ҡарар сығарған. Ҡыҙылса, ҡабаҡҡолаҡ/свинка, һыу сәсәге, менингит, полиомиелит, дифтерия, Б гепатиты, гемофилия, тартышыу, сәсәтмә кеүек ауырыуҙарға ҡаршы вакцинация эшләтмәгәндәрҙе балалар баҡсаһына һәм мәктәптәргә алмаясаҡтар. Ә ата-әсәйҙәргә ҙур штраф һаласаҡтар.