Республиканың баш ҡалаһында һыу инеү миҙгеленә әҙерлек башланды

Тулыраҡ: Республиканың баш ҡалаһында һыу инеү миҙгеленә әҙерлек башланды

Әле башлыса дезинсекция, һыу инеү урындарын зарарлы микробтарҙан эшкәртеү бара. Ҡотҡарыу хеҙмәткәрҙәре йылға-күлдәрҙең ярын төҙөкләндерә, водолаздар һыу ятҡылыҡтарының төбөн сүп-сарҙан таҙарта. Әйткәндәй, быйыл Өфөлә 11 пляж эшләйәсәк. Һыу инеү миҙгеле 1 июндә башланып август аҙағынаса дауам итәсәк.