Изге китап – шиғыр юлдарында

Тулыраҡ: Изге китап – шиғыр юлдарында

Изге китап – шиғыр юлдарында. Ошо көндәрҙә «Башҡорт энциклопедияһы» нәшриәтендә, «Ҡөрьән Кәрим сүрәләренә шиғри аңлатма» һы донъя күрҙе. Сүрәләрҙе шиғри юлдарға күренекле шағир, йыраусы, ҡурайсы, Муса Мортазин исемендәге премия лауреаты Мәүлит Ямалетдинов һалған. Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театрында китаптың исем туйы үтте.

“Ҡөрьән Кәрим сүрәләренә шиғри аңлатма” китабының исем туйы ҡабатланмаҫ, изге рухта үтте. Сараға килеүселәр ҙур экранда китаптың тәүге битен күрҙе, башҡорт теленә тәржемә ителгән сүрәләрҙе тыңланы.

Был хеҙмәт Мәүлит Ямалетдиновтың 23 йыл буйына шөғөлләнгән ҙур эш һөҙөмтәһе. Автор үҙенең ижадында йыш ҡына Ҡөрьәнгә мөрәжәғәт итә, изге китапҡа шиғри тәржемәләр эшләй. Шағир шиғыр ижад иткәндә уның рифмаһына ҙур өҫтөнлөк бирә. Ә бында рифма ғына түгел, сүрәләрҙең мәғәнәһе лә юғалмаҫҡа тейеш.

“Ҡөрьән Кәрим сүрәләренә шиғри аңлатма” китабында 76 сүрәгә аңлатма бирелгән. Тимәк, Ҡөрьәндең яртыһынан күберәк өлөшө башҡорт телендә шиғри формала яңғырай. Һәр сүрә ҡыҫҡа, әммә шул уҡ ваҡытта бик мәғәнәле итеп бирелгән. Был тәржемә сүрәләрҙең мәғәнәһен нығыраҡ аңларға ярҙам итә. Бирелгән мәғлүмәттәр ҙә ябай, аныҡ, шуның өсөн һәр сүрә шунда уҡ күңелгә һеңә. Китапты сығарыуға ҙур көс һалған замандаштарыбыҙ әйтеүенсә,был изге эштең ни тиклем яуаплы булыуын яҡшы аңлап ихлас күңелдән башҡарған.

Мәүлит Ямалетдинов тәржемәһендә 2002 һәм 2016 йылдарҙа «Китап» нәшриәтендә “Ҡөрьән Кәрим сүрәләренә шиғри аңлатма” тигән ике китабы баҫылып сыҡты. Тиҙҙән өсөнсө китап өҫтөндә эшемде башлаясаҡмын, ти ул.

Шағир күңеле – шиғырҙа. Мәүлит Ямалетдиновтың Ҡөрьән Кәрим сүрәләрен шиғри юлдарға һалыу шағирҙың әҙәби ижадына айырыуса баһа бирә. Ҡөрьән Кәрим сүрәләрен шиғыр аша халыҡҡа еткереү әҙәби тәжрибә түгел, ул китап уҡыусыларҙы дини яҡтан тәрбиәләү, уларҙың рухи һәм әхлаҡи сифаттарын байытыу булып тора.