Бер аҙнанан 11-се кластар өсөн яуаплы ваҡиға – берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыу тора

Тулыраҡ: Бер аҙнанан 11-се кластар өсөн яуаплы ваҡиға – берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыу тора

Бер аҙнанан 11-се кластар өсөн яуаплы ваҡиға – берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыу тора. Сығарылыш кластары берҙәм дәүләт имтиханын тапшырырға әҙерме? Был турала хәбәрсебеҙ Гүзәл Ишкинина сюжетында.

Наҙгөл Фәтҡуллина 11-се класты тамамлай. Ун бер йыл буйына тик бишле билдәһенә генә өлгәшкән ҡыҙ Башҡорт Дәүләт нефть техник университеты, йә Башҡорт Дәүләт университетына уҡырға инергә ниәтләй.

Берҙәм дәүләт имтиханын ғәҙәттәгесә йәмғиәтте өйрәнеү һәм физика фәненән бирергә теләүселәр һаны бихисап, ти уҡытыусылар.

Быйыл республикала берҙәм дәүләт имтиханын 18мең 564 уҡыусы бирергә теләк белдергән. Улар өсөн 105 ҡабул итеү нөктәһе әҙерләнә.

Уҡыусыларҙы берҙәм дәүләт имтиханына мәктәптәрҙән тыш, юғары уҡыу йорттарында ла әҙерләйҙәр. Мәктәптә бер дәрес өсөн 150 һум түләнһә, уҡыу йорттарында бер шөғөлләнеү 300 һумдан башлана.

Быйыл берҙәм дәүләт имтиханын тапшырғанда әллә ни артыҡ үҙгәрештәр көтөлмәй, тип белдерҙеләр БР Мәғариф министрлығының дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы һәм белем сифатын баһалау бүлегендә.

Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырғанда яңы технологиялар ҡулланыу ҡаралған. Быйыл имтихан материалдары БДИ башланғанға тиклем 15 минут ҡалғас ҡына уҡыусылар алдында асыла һәм эштәр имтихан тапшырыу пунктының үҙендә күсермәләнеп эшкәртеләсәк.