Бөгөндән Өфө донъяның балет сәнғәте үҙәгенә әйләнә. Баш ҡалала Рудольф Нуриев исемендәге 21- се халыҡ-ара фестиваль асыла. Премьералар, киң билдәле спектаклдәр – быларҙың барыһы ла мәҙәни форумдың сағыу биҙәктәренә әйләнер, тип көтөлә. Теманың дауамы хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибәтуллин әҙерләгән яҙмала.
Донъя бейеүселәре, рәссам һәм ҡуйыусылар – Өфө хәҙер уларҙы бергә туплай. Халыҡ-ара кимәлдәге был фестиваль ысынлап та Лондон, Париждағы ошондай уҡ конкурстарҙан кимәле лә, талаптары буйынса ҡалышмай. Программаға индерелгән 6 спектакль иһә репертуар киңлегенә ишара.
Әлегә иҙәндә ятҡан был декорациялар бер-нисә сәғәттән сәхнәне биҙәйәсәк. Театр “Сыңрау торна” балеты премьераһы әҙерләнә. Тап “сыңрау торна” тауышынан сығып Рудольф Нуриев исемендәге фестивалгә баһа биреп була.
Башҡорт театры сәхнәгә ҡайтанан ҡуйылған “Сыңрау торна” балетына айырым өмөт бағлай. Беренсе тапҡыр халыҡ-ара фестивалде тап милли тамашаның асыуы ҙур мәртәбә. Зәйтүнгөл һәм Йомабай ролдәре Гөлсинә Мәүлекәсева менән Илдар Мәнәповҡа тапшырылған. Тәүҙә артистар был партиялар баш та тарта. Уның сәбәбе лә бар. Зәйтүнгөл һәм Йомабай ролдәре милли театр өсөн эталон өлгөһө.
Премьера бейеүселәр генә түгел, ә театр рәссамдары өсөн дә тулҡынландырғыс. “Сыңрау торна” балетына яңы декорациялар тулыһынса яңынан эшләнә.
Сыңрау торна, Ромео һәм Джульетта, Аҡҡош күле, Корсар, Эсмеральда, Баядерка тамашасылар һәм сәнғәт тәнҡитселәре тап ошо спепктаклдәргә үҙ баһаһын бирәсәк. Әлбиттә, Нуриев фестивале тамашаларҙан ғына тормай. Быйыл, мәҫәлән, билдәле балерина Зәйтүнә Насретдиноваға һәйкәл ҡуйыу тураһында ла һөйләшеп килешелде. Икенсе июнгә тиклем барасаҡ фестиваль республиканың иң юғары даирәләре иғтибарында. Әйткәндәй, был спектакль тап республика башлығы грантына яңыртылып, сәхнәгә сығарылды.