- Европаның иң ҙур стадиондарының береһенә террорсылар һөжүм иткән. Великобританияла шартлау һөҙөмтәһендә 19 кеше һәләк булған, тиҫтәләгәне төрлө йәрәхәттәр алған. Фажиға 21 мең кешене һыйҙырған “Манчестер Арена” стадионында кисә концерт мәлендә була. Илдең хоҡуҡ һаҡлау органдары шартлауҙы террористик акт тип иҫәпләй. Әле тикшереүҙәр бара.
- Аҡ халатлылар ҡаршылыҡ күрһәтә. Венесуелланың медицина хеҙмәткәрҙәре хөкүмәткә ҡаршы акция ойошторған. Улар президенттары Наколас Мадуроның отставкаға китеүен талап итә. Сәбәбе — илдә дарыуҙарҙың һәм медикаменттарҙың етмәй башлауы.
- Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы үткән йылда юғары һәм минималь хеҙмәт хаҡы алған һөнәрҙәрҙе атаны. Шулай итеп, иң күп эш хаҡын финанс өлкәһендә эшләүселәр ала. Уның уртаса күләме – 78 311 һум. Ә иң әҙе- 21 445 һум — ауыл хужалығы, һунар һәм урман өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә түләнә. Әйтергә кәрәк, 2015 йылда ла ошондай уҡ хәл күҙәтелгән.
Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре