Мостай Кәрим исемендәге Милли Йәштәр театрында «Бремен музыканттары» спектакле премьераһы үтте

Тулыраҡ: Мостай Кәрим исемендәге Милли Йәштәр театрында «Бремен музыканттары» спектакле премьераһы үтте

Мостай Кәрим исемендәге Милли Йәштәр театрында ике көн буйы балалар мюзиклы студияһының Бремен музыканттары спектакле премьераһы үтте. Зал тулы халыҡ алдында сығыш яһау йәш артистар өсөн ҙур һынау булды. Хәбәрсебеҙ Нәркәс Йосопова ла мюзиклға тамаша ҡылды.

Сәхнәгә сығыр алдынан тауышты яҡшыртыу, өҫ-кейемде ҡарау бәләкәй артситарҙың төп эштәренең береһе. Ике көн буйы Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында халыҡты Бремен музыканттары спектакле менән ҡыуандырҙы улар.

Был студияла алты йәштән ун дүрт йәшкә тиклемге балалар йөрөй. Бремен музыканттары спектакле күптәрҙең иң тәүге сығышы. Әммә шулай булыуға ҡарамаҫтан, улар үҙҙәрен ышаныслы тота.

Спектаклде ҡарарға бәләкәй балалар ҙа, ололар ҙа килгән. Тамашаны зал бер тында ҡарап сыҡты. Йәш артистарҙың ролдәрен тулыһынса еренә еткереп, хисләнеп башҡарыуҙары күҙгә салына ине. Спектакль бөткәс тә халыҡ таралырға ашыҡманы. Артситарҙы ҡотланы, тәьҫораттары менән бүлеште.

Балалар мюзиклы студияһы әле икенсе премьераға әҙерләнә. Йәш артистарҙың күбеһе театр юлынан барырға хыяллана, шуға ла спектаклдәрҙе башҡарырға, буш ваҡыттарын теарға бүлеүгә һәр ваҡыт әҙер улар.