Өфөлә Рәсәй нефть-газ химияһы форумы дауам итә

Тулыраҡ: Өфөлә Рәсәй нефть-газ химияһы форумы дауам итә

Өфөлә Рәсәй нефть-газ химияһы форумы дауам итә.

Өфөлә Рәсәй нефть-газ химияһы форумы дауам итә. Уның сиктәрендә бөгөн төбәк башлығы янында Башҡортостанда нефть химияһы комплексын үҫтереү һорауҙары буйынса совет ултырышы үтте. Унда етештереү һәм эшкәртеү предприятиеларының үҫеше, мөмкинлектәре һәм киләсәккә маҡсаттары тикшерелде. Рәсәй нефть-газ ойошмаларының 2000-се йылдарҙан алып донъя кимәлендә артта ҡалыуы күҙәтелә. Әгәр ҙә донъяла 3 мең төр нефть һәм химия продукцияһы етештерелһә, Рәсәйҙә йөҙ тапҡырға аҙ. Сәбәптәре: ҡоролмаларҙың туҙыуы. Бөгөнгө көнгә ҡарата уларҙың 70 — 80 % алмаштырыуҙы талап итә. Эшкәртеү технологиялары иҫке, фәнни асыштар кимәленең түбән булыуы, дәүләт һәм предприятие яғынан фәнгә һорау юҡлығы.Белгестәрҙе шулай уҡ күп материалдарҙың, ҡоролмаларҙың сит илдән индерелеүе борсой.