- Бөйөк Британияла террор акттары булыу ҡурҡынысы иң юғары кимәлдә. Был турала илдең премьер-министры Тереза Мэй иғлан итте. Манчестер-арена стадионында булған шартлауҙан һуң, яңы террактар булыуы мөмкинлеге тураһында иҫкәртә. Илдә хәүефһеҙлекте тәьмин итеү өсөн хәрбиҙәр йәлеп ителгән.
- Ә Америка Ҡушма штаттарында террор һөжүменән ҡурҡып, бомбанан һаҡланыу урындарын күпләп һатып ала башлағадар. Илдә ғауға Төньяҡ Кореяның атом ҡоралын һынап ҡарауы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән.
- Ҡытайҙа кеше һымаҡ йөрөгән эт интернет даирәһендә киң билдәлелекте яулай. Барби ҡушаматлы пудель бәхетһеҙ осраҡтан һуң ике аяғында хәрәкәт итеүгә өҫтөнлөк бирә.
Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре