Бөгөн республика мәктәптәрендә һуңғы ҡыңғырау яңғырай

Тулыраҡ: Бөгөн республика мәктәптәрендә һуңғы ҡыңғырау яңғырай

Мәктәптәрҙә бөгөн һуңғы ҡыңғырау яңғырай. Уҡытыусылар, уҡыусылар һәм ата-әсәләр өсөн дә был күркәм һәм шул уҡ ваҡытта тулҡынландырғыс мәл. Тап бөгөн сығарылыш синыф уҡыусылары күңелле мәктәп йылдары менән хушлашып, оло тормошҡа аяҡ баҫа. Беҙҙең ижади төркөм Өфө мәктәптәренә барып уҡыусыларҙың тәьҫораттары менән танышты. Хәбәрсебеҙ Ләйсән Тимербулатова студия менән тура бәйләнешкә сыға. Хәйерле көн, тыңлайбыҙ һине.