Бельгияла Дональд Трампҡа ҡаршы акция үтә. Илдең баш ҡалаһы Брюселльдең урамдарына “Трампҡа бында шат түгелдәр” тигән плакаттар менән меңәрләгән кеше сыҡҡан. Бельгия халҡы ошо рәүешле Америка Ҡушма Штаттары президентының эш сәфәре менән Европаға килеүенә һәм ғөмүмән уның сәйәсәте менән риза түгеллеген күрһәтә.
Индонезияла терракт. Илдең баш ҡалаһында автобус туҡталышында ике үлемдар үҙен шартлата. Һөҙөмтәлә өс кеше һәләк булған, тиҫтәләгәне ауыр йәрәхәттәр алған. Уларҙың күбеһе дежурҙа торған полиция хеҙмәткәрҙәре.
Берләшкән Ғәрәп Эмираттарында робот эшкә төшкән. Ул полиция хеҙмәткәрҙәре сафын тулыландырҙы. Робот Дубайҙағы иң ҙур сауҙа үҙәгендә тәртип һағында тора, сәйәхәтселәргә ярҙам итә һәм енәйәтселәрҙе эҙләйәсәк.