Грецияның элекке премьер-министры автомобилен шартлатҡандар. Шартлатҡыс хат эсенә һалынған булған. Ул асҡас та, ЛУкас ПападЕмостың ҡулында шартлай. Бәхеткә күрә сәйәсмән иҫән. Үҙе, һаҡсыһы һәм водителе төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған. Яралары үлемесле түгел, тип хәбәр итә табиптар.
Бельгияла Төньяк Атлантик Килешеү Ойошмаһының саммиты тамамланды. Киң мәғлүмәт сараларының иғтибарын тәү сиратта Америка Ҡушма Штаттары президентының үҙ-үҙен тотошо йәлеп итә. Дональд Трамп беренсе рәттә торорға теләп, тәртипһеҙ рәүештә Черногорияның премьер-министрын этеп ебәрә. Душко Маркович үҙе был хәлде һиҙмәнем дә, һуңынан интернеттағы видеояҙмаларҙан ғына күреп ҡалдым, ти.
Рәсәйлеләр йәйге ял өсөн Урта диңгеҙ курорттарына өҫтөнлөк бирә. Был турала Рәсәйҙең туризм индустрияһы ойошмаһы вице-президенты Юрий Барзыкин хәбәр итә. Туристар тәү сиратта яңынан асылған Төркиә, шулай уҡ, Греция, Кипр, Испания һәм Италия илдәрен һайлай. Ял итеүҙең ваҡыты ла үҙгәргән: быға тиклем уртаса ике аҙна булһа, хәҙер ватандаштар күберәк ете-ун көнгә сәйәхәткә бара. Үҙебеҙҙең илдәге курорттар ҙа ҡалышмай. Төркиәнән һуң, икенсе урында тора. Эске туризм буйынса иһә күптәр Ҡырым республикаһын һәм Краснодар крайын һайлай.