Иглин ҡасабаһы үҙәгенән аҡҡан йылға йылдар дауамында сүплек майҙаны бурысын үтәгән. Һуңғы осорҙа һыу артерияһының яҙмышы тағы ла аянысыраҡ. Сағыштырмаса таҙа урын бынан бер-нисә сәғәт элек сүп аҫтында ятҡан булған. Иглиндың Сейәле урамында йәшәүселәренең беҙҙең каналға мөрәжәғәтенән һуң сәғәт тә үтмәй, ай дауамында йыйылған көнкүреш ҡалдыҡтарын дүрт-биш машина тейәп алып та китә. Бәләкәс йылғаһы ярын сүп-сар полигонына әйләндереүҙә урындағы халыҡ район һәм ҡасаба хакимиәтен, ә башҡарма власть органдары халыҡтың үҙен ғәйепләй. Тик яҡтарҙы аңлап та була. Халыҡ таҙалыҡ яҡлы, ә урындағы етәкселек ошо таҙалыҡты һаҡларға тырышмаған кешеләр өсөн көйөнә. Егерме дүрт мең самаһы кеше йәшәгән Иглин ҡасабаһында ни бары йөҙгә яҡын ғына шәхси ихата менән сүп-сарҙы сығарып түгеү тураһында килешеү төҙөлгән. Бәләкәстең ҙур бәләгә тарыуын хәҙер экологтар ҙа күҙәтергә һүҙ бирә. Йылға ярына сүп түгеүселәргә штраф һалыу ғына түгел,ә законһыҙ сүплек ойошторған етәкселәр ҙә яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ. Тик Иглин өсөн экология йылы ҙур һынауға ла әйләнеүе бар. Район халҡы һаман да таҙа йәшәргә өйрәнә алмай. Эскән һыуыңа төкөрмә, тигән мәҡәлгә лә урында төкөрөп ҡарайҙар.
Башҡортостанда быйыл ете йылға ярын федераль ҡаҙна иҫәбенә таҙаларға тейештәр. Исемлектә Иглиндағы Бәләкәс йылғаһы ла бар. тик йылға тәртипкә тотолормо, уға бер кем дә яуап бирә алмай. Ташланған сүп сар хәҙер берәҙәк эттәр, бесәйҙәр ояһы. Ә таралған ҡомаҡтарҙан иһә халыҡ үҙ йорттарына керергә лә ҡурҡа.