Башҡортостанда һауа торошоноң ҡапыл үҙгәреүе көтөлә.
Бөгөн Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы көндәр һыуыҡ тороу сәбәпле йылытыу ҡорамалдарын ҡулланғанда именлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡырҙы. Сөнки Рәсәйҙең Европа өлөшөндә урынлашҡан ҡайһы бер төбәктәрҙә бөгөн ҡар яуған. Башҡортостанда ла һауа торошоноң ҡапыл үҙгәреүе көтөлә. Синоптиктар хәбәр итеүенсә, киләһе көндә һауа температураһы тағы ла түбәнәйәсәк. Иртәгә, хатта, ҡырау төшөүе ихтимал. Көндәр тик аҙна аҙағына ғына йылыта, әммә ямғыр яуасаҡ, тип иҫкәртә синоптиктар.