Шишмә ҡасабаһынан 100-ҙән ашыу кеше урамда тороп ҡалыуы ихтимал

Тулыраҡ: Шишмә ҡасабаһынан 100-ҙән ашыу кеше урамда тороп ҡалыуы ихтимал

Шишмә ҡасабаһынан 100-ҙән ашыу кеше урамда тороп ҡалыуы ихтимал.

Ятаҡтан элекке хужаһы баш тартҡас, хәҙер ул бер кемгә лә кәрәкмәй. Урындағы хакимиәт ҡарамағына ла бинаны күсереп булмай. Яңыраҡ электр энергияһы һәм һыу менән тәьмин итеү туҡтатылған. Ғаиләләр ҡырыҫ шарттарҙа көн күрергә мәжбүр. Бәләкәй балалы яңғыҙ әсәләр һәм ауырлы ҡатындар нисек йәшәй, иртәгә улар урамда тороп ҡалмаҫмы? Әгәр кешеләрҙе ҡыуып сығара башлаһалар, улар аслыҡ иғлан итергә лә әҙер. Революция урамында урынлашҡан ятаҡ ваҡытында төҙөлөш материалдары етештереүсе ойошмаға ҡараған. Завод бөлгөнлөккә төшкәс, бина ла хужаһыҙ ҡала. Яңы етәкселек милкенә лә ул күсерелмәй. Бынан тыш, ятаҡ йәшәү өсөн яраҡһыҙ, тип һанала. Хәҙер, ғаиләләргә ятаҡта йәшәргә хоҡуҡтарын раҫларға кәрәк. Әммә, белгестәр был ауырға тура киләсәк, тип белдерә. Был кешеләр бер-нисә йыл инде ошолай көн күрә. Уҙған йылда ла уларҙың һыуын һәм электр энергияһын һүндергән булғандар. Шуға күрә, ҡайһы бер ғаиләләр коммуналь түләүҙәрҙе түләмәй башлаған. Был хәлдән ҡалғандары ыҙалай.Лилиә Кәлимуллина бер үҙе 4 бала тәрбиәләй. Уларҙы ашатыр өсөн ҡатын бәләкәй генә газ ҡоролмаһы алған. Кисен иһә майшәм яндыралар. Һыуҙы ла кешеләр алыҫтан ташый. Прокуратура ятаҡты Шишмә ауыл биләмәһе ҡарамағына күсерергә тигән ҡарар сығарған. Әммә, был осраҡта унда йәшәүселәрҙең барыһын да тәүҙә тышҡа ҡыуып сығарасаҡтар. Бер-нисә ғаилә бүлмәләрен хосусилаштырып та өлгөргән булған. Әммә, суд ҡарары менән уларҙы кире тартып алғандар. Хәҙер, йәш ғаиләләргә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн ипотека бирмәйҙәр. Ғаиләләр төрлө органдарға мөрәжәғәт итеп ҡарай.Әммә, урындағы хакимиәт бер нимә лә эшләй алмай. Ауыл биләмәһе башлығы әйтеүенсә, барыһы ла закон буйынса.Ятаҡтың тәҙрәләре тора, ҡыйығы бар, диуарҙары имен. Әммә, ул торлаҡ йорт тип иҫәпләнмәй. Ошо турала хатта документтары ла юҡ. Шуға күрә, ауыл биләмәһе хакимиәте ҡарамағында түгел. Бынан тыш, бина сәнәғәт зонаһында урынлашҡас, уны торлаҡ йорт итеп таныуы ҡатмарлаша.Башҡортостандың кеше хоҡуҡтары буйынса вәкиле был мәсьәлә буйынса хәбәрҙар. Ул суд тамамланыуын көтөргә кәңәш итә. Һуңынан иһә Рим Ҡәйүмов ярҙам итергә вәғәҙәләй.Тиҙҙән ятаҡҡа һыу һәм электр энергияһы бирергә тейештәр. Башҡортостандың кеше хоҡуҡтары буйынса вәкиле хәстәрләргә һүҙ бирҙе. Уның әйтеүенсә, килеп тыуған мәсьәләлә 50-гә яҡын бала ғәйепле түгел.