Ер бүлемдәренә бәйле аңлашылмаусанлыҡтар һәм низағтар тураһында хәбәр әленән әле сығып тора. Был беҙҙең киләһе репортаж Өфө тирәһендәге баҡса коперативтарының береһененән әҙерләнде. Ер өсөн талаш. Өфөнөң Калинин районында урынлашҡан 3-сө коллектив баҡсала ер өсөн бәхәс бара. Хаҡлы ялда булған Алевтина Орловаға 1989 йылда Өфө моторҙар эшләү берекмәһенән бүленгән ерҙең өстән ике өлөшөн(70 процентын) икенсе кеше исеменә яҙғандар. Тик баҡса идаралығы вәкилдәре лә, күрше тирәләр ҙә быны кире ҡаға. Улар белдереүенсә, Орловтарҙың ере бөтөнләй икенсе яҡта. Урындағы етәкселәр әйтеүенсә, элекке хужалар бер-нисә йыл рәттән ерҙе эшкәртмәгән. Майҙанды тулыһынса ағастар баҫып алған. Шул сәбәпле уны икенсе кешегә бирергә тигән ҡарар ҡабул итәләр. Был хәбәрҙе ишеткәс, Орловтар ғаиләһе баҡса хужаларын судҡа бирә.Баҡса вәкилдәре белдереүҙәренсә, Орловтарҙың баҡса майҙаны 15 сутый. Һәм шул ерҙең 4 ярым сутыйын икенсе кешегә яҙғандар. Әлегә ул урын кәртәләнеп алынған һәм бәләкәй генә бура ла ултыра. Әгәр ҙә тиҙ арала ерҙе эшкәртмәһәләр, ҡалған ерҙе лә тартып алыныуы ихтимал. Тик Орловтар быны тулыһынса кире ҡаға. Баҡса вәкилдәре күрһәткән майҙан бөтөнләй урман хужалығы ерҙәренә ҡарай, тип белдерә. Федераль законға ярашлы, әгәр ҙә коммерция нигеҙегдә булмаған баҡса участкалары 3 йылдан ашыу эшкәртелмәһә, уны икенсе кеше исеменә күсереп яҙалар. Тик ерҙе тартып алыр алдынан, элекке ер хужаһы алдан уҡ иҫкәртелергә тейеш. Росреестрҙан хәбәр итеүҙәренсә, 2018 йылдың 1 ғинуарынан сиктәре билдәләнмәгән ер участкаларын һатыу, бүләк итеү тыйыласаҡ. Бөгөн коммерция нигеҙендә булмаған баҡсаларҙың күпселеген хосусилаштырғандар. Тик шулай булыуға ҡарамаҫтан, улар барыбер эшкәртелмәйенсә, буш тора.
Ер өсөн талаш
Тулыраҡ: Ер өсөн талаш