Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
  • Рәсәйҙең өр- яңы самолет һынау үтә. МС-21 осҡосо Иркутскийҙа тәүге тапҡыр һауаға күтәрелде. Урындағы авиация заводынан хәбәр итеүҙәренсә, осоу план буйынса үткән. Әлеге ваҡытта МС-21 самолетына 285 заказ бирелгән.
  • Төнъяҡ Кореяла һауа һөжүменән һаҡланыу системаһы уңышлы һынау үткән. Ил етәксеһе Ким Чен Ын 2016 йылда системала табылған ҡайһы бер етешһеҙлектәр тулыһынса бөтөрөлгән, тип белдергән.
  • Дональд Трамп президент вазифаһында тәүге халыҡ-ара сәфәренән ҡайтты. Яҡын Көнсығышта һәм Европала уны йылы ҡабул итһәләр ҙә, Вашингтонда ризаһыҙлыҡ акцияһы менән ҡаршы алғандар. Ҡушма Штаттар етәксеһенең рейтингы түбән тәгәрәй. Май башында халыҡтың 42 проценты уның яҡлы булһа, хәҙер был күрһәткес 38 процент ҡына.
  • Ҡалмыҡ республикаһына ҡара яу ябырылған. Баҫыуҙарҙы, юлдарҙы, ауылдарҙы ҡара сиңерткә баҫҡан. Бөжәктәргә ҡаршы көрәш әлегә үҙ һөҙөмтәһен бирмәй. Урындағы хакимиәттәр бер-нисә районда ғәҙәттән тыш хәл режимын индергән.