Башҡортостанда бөгөн дүрт мең самаһы сығарылыш уҡыусыһы тәүге Берҙәм дәүләт имтиханын – география һәм информатика буйынса тест яҙҙы. Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, географияны – 900-ҙән ашыу кеше, информатиканы өс меңләгән уҡыусы һайлаған. Берҙәм дәүләт имтиханын уҡыусылар 69 пунктта яҙҙы, уларҙа видокүҙәтеү алып барылды, йәмәғәт күҙәтеүселәре имтихан барышын контролдә тотто. Өфөнөң Киров районында быйыл информатика фәненән имтихан тапшырыуҙы 233, ә географияны 57 уҡыусы һайлаған. Уҡыусылар аудиторияларға инер алдынан металл эҙләү ҡорамалдары аша үтә. Әйткәндәй, быйылғы Берҙәм Дәүләт имтиханында имтихан эштәрен уҡыусылар алдында ҡағыҙға баҫтырып сығарыу талабы ҡуйылған. Уҡыусылар тест формаһында бирелгән эштәрҙе өс сәғәт эсендә тулыһынса эшләп ташырырға тейеш.
Башҡортостанда 4 мең самаһы уҡыусыһы тәүге Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырҙы
Тулыраҡ: Башҡортостанда 4 мең самаһы уҡыусыһы тәүге Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырҙы