Телевидениеға сирек быуат буйына тоғро.
Беҙҙең телеканалдың мәғлүмәт программалары бүлеге хәбәрсеһе, хеҙмәттәшебеҙ Нәфисә Кинйәбаева Рәсәйҙең элемтә һәм киң коммуникация министрлығының Маҡтау грамотаһына лайыҡ булды. Нәфисә Сәлим ҡыҙы телевидениелағы хеҙмәт юлын Мәләүез ҡалаһының “Сатурн” студияһында башлай. 2000 йылдан ул “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһының яңылыҡтар хеҙмәте хәбәрсеһе. Ижади төркөм составында Нәфисә Кинйәбаева республика тормошон сағылдырған тиҫтәләгән репортаж һәм видеосюжеттар әҙерләй, “Рәсәй-Башҡортостан” телеканалы тамашасыларына яңылыҡтар һәм төрлө ваҡиғалар тураһындағы мәғлүмәттәрҙе тәүгеләрҙән еткерә.