Өфөлә «Динамо» стадионында күп халыҡ ҡатнашлығында велосипед һынын төҙөү буйынса Гиннес китабы өсөн донъя рекорды ҡуйылды. Меңләгән кеше стадионға йыйылды һәм ҙур велосипед фигураһына теҙелеп баҫты. Флешмобта ҡатнашыусыларҙан һыҙаттың сигенә сыҡмай биш минут дауамында ҡыбырламай тороу талап ителде. Быҡа тиклем флешмобта ҡатнашыусыларҙың иҫәбе буйынса донъя беренселегенә Бөйөк Британияның Силоҫ он Солвей ҡалаһы эйә ине. Унда велосипедты һынландырырға бөтәһе 794 кеше йыйылғайны.
Өфөлә сираттағы рекорд
Тулыраҡ: Өфөлә сираттағы рекорд